Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы буйынса бүлегенә 62 йәшлек пенсионер ҡатын мөрәжәғәт итә. Ҡатын, пенсияға сыҡҡанға тиклем, медицина учреждениеһы хеҙмәткәре була, шуға күрә дауахананың баш табибынан килгән шылтыратыу уны шикләндермәй. "Етәксе", тиҙҙән һинең менән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре бәйләнешкә сыға, тип иҫкәртә.
Бер аҙҙан шылтыратҡан ялған "полиция хеҙмәткәре" ҡатындың тупланмаһы хакер һөжүменә дусар ителгәнен һәм билдәһеҙ кешеләр уны аҡсаға әйләндерергә маташыуын хәбәр итә. Аҡсаһын урлауҙарынан ҡурҡып, ҡатын аферист күрһәтмәләренә буйһона.
Енәйәтселәр ҡатын өсөн банк учреждениеһына тиклем такси саҡыртып, уны миллион һумдан ашыу сумманы ҡулаҡсаға әйләндерергә күндерә.
Банк хеҙмәткәре аҡсаны ашығыс рәүештә алыуҙың сәбәбе тураһында һорағас, пенсионер, шәхси ихтыяждар өсөн, тип яуаплай.
Аҡсаларын алғандан һуң, ҡатын элекке етәксеһенә шылтыратып, уларҙың һөйләшеүе дөрөҫмө-юҡмы икәнен асыҡларға була. Әйтмәксе лә, баш табип уға бөтөнләй шылтыратмаған була. Етәксенең ҡабул итеү бүлмәһендә эшләүселәр уның мутлашыусылар менән аралашыуын аңлатҡас, пенсионер ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.
Мутлашырға маташыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә: әгәр һеҙгә етәксегеҙ шылтыратһа, уның күрһәтмәләре буйынса эш итергә ашыҡмағыҙ. Уға шәхсән мөрәжәғәт итегеҙ һәм алған мәғлүмәттәрҙе ҡабаттан тикшерегеҙ. Телефон аша ниндәй генә сәбәп, һылтау ишетелмәһен, аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсерергә ашыҡмағыҙ! Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.