Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2024, 13:30

Енәйәт ҡылыуын таныған...

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә 14 йәшлек һеңлеһен быуып үлтергән Сергей П. суд алдына баҫасаҡ.

Енәйәт ҡылыуын таныған...Енәйәт ҡылыуын таныған...
Енәйәт ҡылыуын таныған...

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2023 йылдың 9 октябренән 10-на ҡараған төндә ғәйепләнеүсе, әсәһе өйҙә булмағанда, иҫерек килеш үҙ йортонда 14 йәшлек һеңлеһенә ҡарата енси тейелгеһеҙлеккә ҡаршы енәйәт ҡыла, һуңынан ҡул аҫтындағы әйберҙәр ярҙамында уны быуып үлтерә, ә кәүҙәһен диванға йәшереп ҡуя. Уларҙың әсәһе өйгә ҡайтып, йоҡларға ятҡандан һуң, егет мәйетте уның автомобиленең багажына сығарып һала һәм мәйеттән ҡотолоу өсөн машинала ҡасырға маташа, әммә тейешле урын таба алмай һәм, тотолоуҙан ҡурҡып, мәйетте өй эргәһендәге автомобилдә ҡалдыра ла, ҡаса. Иртән әсәһе, ҡыҙын өйҙә тапмағас, полицияға мөрәжәғәт итә, әммә тиҙҙән уның кәүҙәһен үҙе таба.

Тәфтишселәр һәм криминалистар оперативниктар менән берлектә кисектергеһеҙ тикшереү һәм оператив-эҙләү саралары комплексын ойоштора, һөҙөмтәлә ғәйепләнеүсе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡулға алына. Фигурант үҙенең йәшәгән районындағы күп фатирлы йорттарҙың береһенең сарлағында йәшеренгән була. Уның шәхси тикшереү барышында синтетик наркотик матдә табыла.

Ғәйепләнеүсе яҡынын үлтергәндән һуң өйҙән һеңлеһенең кеҫә телефонын, ҡолаҡсаларын һәм алҡаларын урлаған була (дөйөм хаҡы 34 мең һумдан ашыу).

Ғәйепләнеүсе ҡылған енәйәттәрендә ғәйепле булыуын таный. Ҡулға алынғандан бирле ул һаҡ аҫтында тотола. Енәйәт эше республиканың Юғары судына ҡарау өсөн ебәрелгән.

Фото: https://vk.com/surbskr

 

 
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас