Милли әҙәбиәт музейы Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенттары менән берлектә "Әҙәби һуҡмаҡ" буйлап үтте.
Мостай Кәримдең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Өфөлә эшләнгән эштәргә һәм ижадына арналған әҙәби һуҡмаҡтың башы әҙип уҡыған Башҡорт дәүләт университеты (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университеты) бинаһына ҡуйылған таҡтаташ (авторы - Андрей Ковальчук) эргәһенән башланды.
Республиканың тағы бер юғары уҡыу йорто — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Мостай Кәримгә бюст (авторы - Юрий Солдатов) асылған. Уның күсермәһе яҙыусының һуңғы йылдарҙа йәшәгән Энгельс урамындағы йорто янына ла ҡуйылған. Университетта Мостай Кәрим исемендәге кабинет эшләй.
Милли йәштәр театры, Халыҡ-ара Өфө аэропорты һәм Өфө ҡалаһының 158-се гимназияһы Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Шулай уҡ халыҡ яҙыусыһы исемендәге фонд булдырылған. Элекке Социалистик урамы ла Мостай Кәрим исеменә үҙгәртелгән.
Мостай Кәримдең пьесалары ҡуйылған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры, уның барлыҡ китаптары һаҡланған Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар ("Оҙон-оҙаҡ баласаҡ", "Отряд Таганок", "Сестренка", "Помилование") күрһәтелгән "Родина" кинотеатры, әҙиптең юбилей кисәләре, шулай уҡ һуңғы юлға оҙатыу сараһы үткән "Башҡортостан" дәүләт концерт залы янынан уҙғандан һуң, студенттар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бинаһы янына килде. Бында студенттар Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Зөлфирә Моратшина әҙерләгән һорауҙарға яуап бирҙеләр, дөрөҫ яуаптар өсөн иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандылар.
Мостай Кәрим урамынан иһә "Әҙәби һуҡмаҡ" мөһабәт һәйкәл янына боролдо. Күп һынлы композиция Киров урамы башындағы яңыртылған скверҙа, Профсоюздар йорто алдында ҡуйылған. Һәйкәлде уратып алған территория биш фонтан һәм һуҡмаҡ юлдар менән төҙөкләндерелгән. "Әҙәби һуҡмаҡ" шағирҙың яҡты рухын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу һәм һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланды.