Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октября 2024, 09:00

Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...

Бөгөн төндә Белорет районы Тимер юлы ауылында шәхси йорт янған.

Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...
Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...

Янғын сыҡҡан мәлдә йортта өс кеше була, икәүһе урамға сығып өлгөрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 47 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәфтишсеһе эшләй. Янғындың яҡынса сәбәбе - тәмәке тартыуҙа һаҡһыҙлыҡ. Йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе сигнализация ҡуйылмаған, ә ул янғын тураһында ваҡытында иҫкәртер, ҡотҡара алыр ине...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

түшәктә тәмәке тартмағыҙ;

мейесте һәм йылытҡысты, айырыуса төндә, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

торлаҡҡа янғын тураһында хәбәр итеүсе сигнализация ҡоролмаһы ҡуйығыҙ.

Янғын сыҡҡанда 101 номерына шылтыратығыҙ.

Башҡортостанда йыл башынан алып тәмәке тартыуҙа һаҡһыҙлыҡ арҡаһында 1184 янғын сыҡҡан, уларҙа 63 кеше һәләк булған.

Фото: МЧС РБ.

Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...
Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас