Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 19:17

ЦУР оперативкаһында яңғыраған төп белдереүҙәр

Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә ошондай мәсьәләләр күтәрелде.

 ✅ Радий Хәбиров Өфөлә Владимир Путин менән эш осрашыуы хаҡында һөйләне. Республика Башлығы президентҡа Башҡортостандың үҫеше тураһында хәбәр итте һәм федераль үҙәк яғынан ярҙам талап иткән төп мәсьәләләрҙе — транспорт инфраструктураһын, спорт объекттарын, Күмертау авиация етештереү предприятиеһын һ. б. үҫтереүҙе билдәләне.

✅ Башҡортостан Башлығы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр тураһында хәбәр итте. Стәрлетамаҡ депутаттары  ҡала хакимиәте етәксеһе вазифаһына Эмиль Шәймәрҙәновты билдәләне. Элекке хакимиәт етәксеһе Рөстәм Ғәзизов Башҡортостан Хөкүмәтенә эшкә күсә.

✅ "Бөтә ил беҙҙә булды". "Рәсәй – спорт державаһы" төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән 5 меңдән ашыу кешене йыйҙы. ✅ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылылыҡ биреүҙе «өслөгә» баһаланы. Ике аҙна эсендә йылытыуға ҡарата өс меңдән ашыу яҙыу килгән. Дөйөм алғанда йорттарҙағы йылылыҡҡа бәйле мөрәжәғәттәр кәмегән. Республикалағы бөтә күп фатирлы йорттар һәм социаль объекттар йылытыу системаһына тоташтырылған.

✅ 15 декабрҙән Өфө — Мәскәү — Өфө яңы пассажирҙар поезын ебәреү планлаштырыла. Ул элеккеһенән оҙағыраҡ бирәсәк, әммә күберәк ҡалалар аша үтә. Элекке поезд 24 сәғәт барһаң, быныһы 28 сәғәт.

✅ Радий Хәбиров Ишкәкле слаломдың икенсе сираттағы этабы төҙөлөшөн башларға ҡушты.

✅ Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны кәмегән.

✅ Өфөнән Абхазияға тура авиарейс асырға ниәтләйҙәр.

✅ 15 декабрҙән Өфө — Мәскәү-Өфө пассажир поезын сафҡа индереү планлаштырыла.

✅ Федоровка һәм Ермолаевка бассейндарын төҙөүҙе тамамлау мәсьәләһе күтәрелде.

✅ Санкцияларға ҡарамаҫтан, Башҡортостан үҙ продукцияһын донъяның 44 иленә оҙата. Әле традицион партнерҙар менән эш алып барыла, экспорт өсөн яңы баҙарҙар үҙләштерелә.

✅ Өфө – Туймазы  ҡала яны поезын ебәреү мәсьәләһе ҡарала. Шулай уҡ 2026 йылда "Өфө - Белорет" электричкаһын оҙайтыу планлаштырыла. ✅ Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярында яҡтылыҡ һәм музыка тамашаһы көн һайын була.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: