Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 18:16

"Telegram"да яңы мутлыҡ схемаһы барлыҡҡа килгән

Эске эштәр министрлығының Мәғлүмәт-коммуникация технологияларын законһыҙ ҡулланыуға ҡаршы көрәште ойоштороу идаралығы эксперттары хәбәр итеүенсә, хәҙер муттар "Telegram"дың ярҙам хеҙмәте" исеменән ҡулланыусыларҙың аккаунттарын урлай.

"Telegram"да яңы мутлыҡ схемаһы барлыҡҡа килгән
"Telegram"да яңы мутлыҡ схемаһы барлыҡҡа килгән

Зыян күреүселәр ҡорбанға аккаунтты юйыу тураһында хәбәр ебәрә, һуңынан, кире инеү өсөн, смс-хәбәрҙән кодты диктантлауҙы һорай. Шулай итеп, енәйәтселәр шәхси иҫәп яҙмаһына инә. Иғтибарлы булығыҙ! Мессенджерҙа "аккаунтты юйыу тураһында ғариза" тапшырыу функцияһы юҡ, ә ярҙам хеҙмәте бындай белдереүҙәр ебәрмәй. Хатта смс-хәбәрҙәрҙә лә, бер кемгә лә кодтарҙы әйтмәҫкә, тигән яҙыу бар, шунан һуң да кеше муттарҙың ҡармағына эләгә...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: