8-се полиция бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән ҡаланың медицина учреждениеларының береһендә эшләгән 70 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Уға бер мессенджерҙа баш табип урынбаҫарынан хәбәр килә. Ялған етәксе, ҡатынға законһыҙ рәүештә түләүҙәр күсерелеүен, шуға бәйле, банк иҫәбенең күсермәһен күрһәтергә кәрәк, тип хәбәр итә. "Етәксегә" ышанып, медицина хеҙмәткәре күрһәтмәләрен үтәй. Артабан ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" һәм "банк хеҙмәткәре" шылтырата. Ялған хеҙмәткәрҙәр ғариза биреүсене банк иҫәбендә булған миллион һумдан ашыу аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереү өсөн кредит алырға күндерә. Уларҙы тыңлап, ҡатын банк бүлексәһенә мөрәжәғәт итә, әммә унда кредитты рәсмиләштереүҙән баш тарталар. Икенсе көндө ҡатын етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, уның менән түгел, ә мутлашыусылар менән аралашыуын асыҡлай. Ул 2 миллион һумдан ашыу сумманы һаҡлап ҡала алған.
Тағы бер ҡатын үҙенең аҡсаһын һаҡлап ҡала алған. 71 йәшлек ҡатынға ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" һәм "хоҡуҡ һаҡлау органдары" исеменән шылтыратыуҙар килә. Шылтыратыусылар хәбәр итеүенсә, пенсионерҙың исеменән билдәһеҙ кешеләр кредит алыу өсөн ғариза биргән була. "Белгестәр" уға шәхси аҡсаларын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәңәш итә. Әммә пенсионер ҡатын үҙе менән аферистарҙың аралашыуын аңлай һәм уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш итмәй. Иғтибарлы булыуы арҡаһында ул 700 мең һум аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ. Әгәр һеҙгә законһыҙ операция тураһында шикле шылтыратыу килһә, әңгәмәне туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсаларығыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм банк реквизиттарын телефон аша һөйләмәгеҙ. Билдәһеҙ реквизиттар буйынса аҡса күсереүҙә һаҡ булығыҙ, тикшерелгән сайттарҙы ғына ҡулланығыҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242.