Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 15:20

Радий Хәбиров йылытыу миҙгеленең башланыуын насар баһаланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йылытыу системаһын эшләтеп ебәреүҙе “өслө”гә баһаланы. 

 «Тарих ҡабатланды.  Өфө буйынса йылытыуға бәйле ялыуҙар күп булды.  Дөйөм алғанда, эш “өслө”гә башҡарылды.   Кешеләр ғәҙел рәүештә үпкәләне – һыуыҡ булды.  Әйткәндәй, беҙ Андрей Геннадьевич менән  Көрәш һарайында шулай уҡ өшөнөк», — тине бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе.   

БР Башлығының  Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә йылытыу буйынса республика халҡынан 47 ялыу булған.  Дөйөм алғанда, өйҙәрҙәге йылылыҡ буйынса мөрәжәғәттәрҙең кәмеүе күҙәтелә.   

Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы   Ирина Голованова әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республиканың барлыҡ күп фатирлы йорттары һәм социаль объекттары үҙәк йылытыуға тоташтырылған.  Йылытыу системаһы яй эшләй, һауа тығындары булыу сәбәпле, өйҙәр тиҙ егнә йылынып китә алмай, тип билдәләне ведомство етәксеһе. 

"Шунлыҡтан йәшәүселәрҙән ялыуҙар күп булды.  Бигерәк тә 7 октябрға ҡарата, был көндә граждандарҙан 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт булды.  Иң күп ялыуҙар Өфө халҡынан, дөйөм иҫәптең 65 проценты самаһы”, – тине Ирина    Голованова. – Шул уҡ ваҡытта йылылыҡты биреүгә слесарҙарҙың эше ике сменға ойошторолдо.  Йылы менән тәьмин итеүсе ойошмалар тарафынан тиҙерәк режим параметрҙарына  сығыу өсөн  саралар күрелде”. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: