Радий Фәрит улы республиканың үҫеше тураһында һөйләп, федераль үҙәктән ярҙам талап ителгән биш төп мәсьәләне билдәләүен хәбәр итте. Улар иҫәбендә транспорт инфраструктураһын үҫтереү, спорт объекттары төҙөү һ.б. Бынан тыш, Радий Хәбиров менән Владимир Путин республикаға ҡайтҡан МХО вктерандарын тыныс тормошҡа йәлеп итеү мәсьәләһе хаҡында фекер алышты. Республика етәксеһе уның Хакимиәтен һәм Хөкүмәтте был йүнәлештә ҙур эш көтөүен билдәләне. Радий Хәбиров Президентҡа өйгә ҡайтҡан һалдаттарҙың депутат булып китеүҙәре, үҙҙәрен төрлө вазифаларҙа , шул иҫәптән власть органдарында табыуын билдәләне. " Президенттың кәйефе яҡшы, энергияһы ташып тора. Ул беҙҙең республика хаҡында һөйләгәнде бик ихлас тыңланы. Беҙгә күрһәткән ярҙамы өсөн мин уға рәхмәт белдерҙем", – тине Радий Хәбиров.