Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 16:28

Радий Хәбиров Федоровка менән Ермолаевола бассйендарҙы төҙөп бөтөргә ҡушты

Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров ике район үҙәгендә – Федоровка менән Ермолаевола бассейн төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе.

Радий Хәбиров Федоровка менән Ермолаевола бассйендарҙы төҙөп бөтөргә ҡушты
Радий Хәбиров Федоровка менән Ермолаевола бассйендарҙы төҙөп бөтөргә ҡушты

   Ул ҙур республика спорт объекттарын  – 1,5 һәм 2 йыл эсендә төҙөлгән Фехтование үҙәге менән Көрәш һарайын  миҫалға килтерҙе.

«Ә Федоровка менән Ермолаевола бассейндарҙы оҙағыраҡ төҙөйбеҙ», – тине ул.

Республика Башлығы төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшовҡа яҡын көндәрҙә,  шул иҫәптән  бюджеттан тыш сығанаҡтарҙы ҡулланып та, проблеманы хәл итеү юлдарын табырға ҡушты.

«Был тарихты тамамлар кәрәке», – тине Радий Хәбиров.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: