Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 15:45

Китаптың исем туйы

22 октябрь 15:00 сәғәттә Башҡортостан Милли китапханаһы филиалы Чижов йортонда уҡытыусы-мәғрифәтсе, «Багбостания» ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе директоры Багбостан Мөэминованың тыуыуына 140 йыл (1884 – 1963) тулыуға арналған «Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙы – Багбостан Мөэминова» исемле китаптың исем туйы уҙасаҡ.

Китаптың исем туйы
Китаптың исем туйы

Китаптың авторы - Хазирә Әбделмәнова. Педагог-теолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, данлыҡлы Мәҙинә Фәтхи ҡыҙы Рәхимҡолованың уҡыусыһы, Мәскәү ислам университетын тамамлаған, "Хөсәйениә" мәҙрәсәһе уҡытыусыһы.

Уҡытыусының юғары һәм ауыр миссияһы тураһындағы китап күренекле шәхес Багбостан Мөэминова миҫалында яҙылған. Әҫәр китап уҡыусыларға ниндәй ауыр хәлгә ҡалыуға ҡарамаҫтан эшләргә, йәшәргә һәм иҫән ҡалырға тырышыу өсөн көрәште сағылдыра. Китап архив документтарынан, гәзит-журналдарҙан йыйылған биографик мәғлүмәттәрҙе ентекле тикшереү нигеҙендә ижад ителгән.

«Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙы – Багбостан Мөэминова» китабы шулай уҡ Өфө ҡалаһы тарихына һәм Уралда ҡатын-ҡыҙҙар мәғарифының барлыҡҡа килеүенең яңы биттәрен аса. Багбостан Мөэминова 1924-1963 йылдарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында эшләй, репрессиялана. Өфөлә ерләнгән.

Барығыҙҙы ла Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 10-сы йортта китап туйында көтөп ҡалабыҙ.

 Г. Маннапова әҙерләне.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: