Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 21:00

ИКМӘК ҺАЛДЫМ

Мамыҡ кеүек кенә йомшаҡ булып Ҡабарып та беште икмәгем. Икмәк булһа - йыр ҙа булыр тиеп Әйтмәгәндәр икән тикмәгә. Илкәйемдә именлектәр булһын, Тыныс булһын зәңгәр күгем дә. Ауылымдың баҫыу-ҡырҙарында Тулҡынланып үҫһен игендәр. Телем-телем телдем икмәгемде Теләктәрҙең теләп тик ағын. Икмәктән дә бөйөк, икмәктән дә оло Был донъяла ни бар һуң тағын? Сабый бала кеүек бәпләй-һөйә Мейесемдә икмәк бешерҙем. "Икмәк булһа - йыр ҙа булыр" тигән Мәҡәлде лә иҫкә төшөрҙөм. Өҫтәлдәрҙә икмәк булһын әле, Йорт-илебеҙ тойһон именлек. Яуҙан ир-егеттәр иҫән ҡайтһын, Һаулыҡ булһын әле иң элек, Күңелдәрҙә булһын изгелек! Фәнилә Йәндәүләтова.  

ИКМӘК ҺАЛДЫМ
ИКМӘК ҺАЛДЫМ

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: