Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 19:00

Иҫерек водитель ҡатын язанан ҡасырға маташҡан

Был ял көндәрендә Туймазы ҡалаһының 8 Март урамында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 44 йәшлек урындағы ҡатын идара иткән "Geely Monjaro" автомобилен туҡтата. Документтарҙы тикшергәндә полиция хеҙмәткәрҙәре водителдең иҫерек булыуын күрә. Уға, тикшереү үтер өсөн, хеҙмәт транспортына ултырырға тәҡдим итәләр.

Иҫерек водитель ҡатын язанан ҡасырға маташҡан
Иҫерек водитель ҡатын язанан ҡасырға маташҡан

Әммә ҡатын патруль автомобиленә инергә теләмәй. Ул үҙенең танышына шылтырата, уныһы инспекторҙар менән нисек эш итергә кәрәклеге тураһында кәңәш бирә. Бындай "ярҙам" һөҙөмтәһендә Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ҡатын Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең "Полиция тураһында" законға ярашлы физик көс ҡулланыу мөмкинлеге тураһында иҫкәртеүҙәренә яуап бирмәй. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына уны хеҙмәт машинаһына көсләп ултыртырға тура килә.

Ҡатын тикшереү үтеүҙән баш тарта. Уға ҡарата ике административ материал төҙөлгән: тикшереүҙән баш тартҡан өсөн һәм полиция хеҙмәткәренең законлы талабына буйһонмаған өсөн. Хоҡуҡ боҙоусы урындағы полиция бүлегенә килтерелә. Машинаны штраф туҡталҡаһына ҡуялар. Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьяновтың телеграм-каналында хәбәр ителә.

Фото һәм видео: БР ДАИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: