Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 16:58

Өфөнән Туймазыға поезд ебәрмәкселәр

 Башҡортостанд Өфө – Туймазы  ҡала яны поезын ебәреү планлаштырыла,  тип хәбәр итте бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Көнбайыш тимер юлының Башҡортостан буйынса етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Новиков.  

Өфөнән Туймазыға поезд ебәрмәкселәр
Өфөнән Туймазыға поезд ебәрмәкселәр

 2026 йылда Өфө – Белорет электричкаһын Магнитогорскиға, шунан Сибайға тиклем оҙайтыу планлаштырыла.

Артабан тимер юлда поездар юлының интервалын кәметеү күҙаллана. Бының өсөн электричкалар паркын арттырыу кәрәк.

2024 йылдың башында “Ҡала электричкаһы” проектының Дим – Шакша маршруты буйынса 21 ҡала яны поезы йөрөнө. Июлды Шаҡша күпере ябылыу сәбәпле, 10 өҫтәмә электричка тәғәйенләнеләр. Иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә улар араһындағы интервал 30 минут тәшкил итте.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: