Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 18:30

Өфө - Мәскәү поезына ултырырға саҡырабыҙ!

Тиҙҙән Өфө - Мәскәү - Өфө фирма поезы йөрөй башлай. Был турала Радий Хәбиров хәбәр итте.

Өфө - Мәскәү поезына ултырырға саҡырабыҙ!
Өфө - Мәскәү поезына ултырырға саҡырабыҙ!

Ике баш ҡала араһында йөрөйәсәк пассажир поезы 15 декабрҙә юлға сыға. Ул яңы, заманса вагондарҙан торасаҡ.

№ 49/50 поезы Ульяновск менән Рязань да ла туҡтаясаҡ.

"Был проекттың уңышлы буласағына тамсы ла шик юҡ", - тип яҙған БР Башлығы социаль селтәрҙә.

Радий Фәрит улы һүҙҙәренсә, беҙҙә 2019 йылдан алып пассажирҙар ағымы йыл һайын 20 процентҡа арта. Быйыл 3,9 млн кеше тимер юлы аша йөрөгән.

"Беҙ РЖД етәкселеге менән даими бәйләнештә. Берлектәге эш һөҙөмтәһе - составтарҙың яңыртылыуы, тимәк, пассажирҙарға уңайлыҡ булдырыу", - тип яҙған Хәбиров.

Фото: Радий Хабиров (vk.com)

Өфө - Мәскәү поезына ултырырға саҡырабыҙ!
Өфө - Мәскәү поезына ултырырға саҡырабыҙ!
Өфө - Мәскәү поезына ултырырға саҡырабыҙ!
Өфө - Мәскәү поезына ултырырға саҡырабыҙ!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: