Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 16:44

Башҡортостанда дүрт яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлә

Башҡортостанда  киләсәктә дүрт яңы янғын һүндереү депоһы барлыҡҡа киләсәк:  Өфө райоының Булгаков  ауылында, ,Нефтекама ҡалаһы янында Әмзә ауылында, шулай уҡ Асҡын районы Асҡын ауылында һәм Салауат районы Мөрсәлим ауылында.

Башҡортостанда дүрт яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлә
Башҡортостанда дүрт яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлә

  Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов хәбәр итте.   

Бөтәһе һуңғы биш йылда алты стационар янғын һүндереү депоһы төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған, дүрт модулле һәм ирекле янғын һүндереү командалары өсөн өс бокс төҙөлгән.  

Бынан тыш, план буйынса, Нөгөш һыуһаҡлағысында янғын һүндереү –ҡотҡарыу командаһы эшләйәсәк, тип билдәләне Кирилл Первов.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: