Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 15:55

Бөтә Рәсәй бында булды:"Рәсәй — спорт державаһы" форумына йомғаҡ яһанылар

 Ошо көндәрҙә Өфө бөтә донъя спорт үҙәгенә әүерелде.  Башҡортостандың баш ҡалаһында  “Рәсәй – спорт державаһы” XII халыҡ-ара спорт форумы үтте.

Бөтә Рәсәй бында булды:"Рәсәй — спорт державаһы" форумына йомғаҡ яһанылар
Бөтә Рәсәй бында булды:"Рәсәй — спорт державаһы" форумына йомғаҡ яһанылар

 Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов һөйләүенсә, форум төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән  5 меңдән ашыу кешене йыйҙы.   

– Беҙ форумда ҡатнашыусыларҙан бик  яҡшы баһаламалар алдыҡ, айырыуса беренсе тапҡыр беҙҙең республикала булғандарҙан.  Бөтә ил бында булды.  Барыһы ла төҙөлөш, тарнспорт һәм  башҡа тармаҡтарҙағы уңыштарыбыҙҙы күрҙе.   Ҡунаҡттарҙың барыһы ла тағы килергә теләк белдерҙе,   – тип билдәләне  Руслан Хабибов.

Ул шулай уҡ форумдың спорт өлөшө биш саранан тороуын  әйтеп үтте.   “Өфө-Арена”ла  профессиональ бокс кисе үтте.  Ишеү каналында “Ҡурай крайы” халыҡ-ара ярыштар үтте. Фехтование үҙәгендә “Салауат ҡылысы” халыҡ-ара ярыштары ойошторолдо.  “динамо” спорт комплексында баскетбол буйынса юғары лига Рәсәй чемпионаты үтте.   

Шулай уҡ форум сиктәрендә  махсус хәрби операция втерандары ҡатналығында “Ватанды һаҡлаусылар кубогы” төбәк-ара ярыштары үтте.  Беҙҙең спортсылар 4 алтын, 2 көмөш һәм 4 баҡыр миҙал яуланы.   

«Бөтә халыҡ-ара ярыштар ҙа юғары кимәлдә үтте. Башҡа төбәктәрҙән коллегаларыбыҙ шулай баҙаланы”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр вазифаһын башҡарыусы.     

– Ысынында был сараны ойоштороуҙа ҡатнашмаған кеше ҡалмағандыр.  Барығыҙға ла рәхмәт әйткем килә. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең өсөн үҙенә күрә һынау булып торҙо, беҙ уны үттек. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт”, – тине республика Башлығы    Радий Хәбиров.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: