Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октября 2024, 08:00

Аферистар уҡыусының аккаунтына инеп, янау таратҡандар

Бөгөн иртән баш ҡаланың 107-се лицейынан уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ашығыс рәүештә эвакуациялағандар. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр вәкилдәре, шул иҫәптән эттәр менән кинологтар килеп, уҡыу йорто биналарын тикшерә.

Аферистар уҡыусының аккаунтына инеп, янау таратҡандарАферистар уҡыусының аккаунтына инеп, янау таратҡандар
Аферистар уҡыусының аккаунтына инеп, янау таратҡандар

Сөнки Интернетта "Өфө уҡсыһы" исеменән, "Тиҙҙән беҙҙең уйынды башлайбыҙ. Мин уҡыусы, мәктәптә оҙайлы ваҡыт буллингҡа дусар булам. Мин күптәнән барыһын да күрә алмайым" тип башланған хәбәр таратылған, үлтереү менән янау яҙылған. Шул сәбәпле тиҙ арала саралар күрелә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары үткәрелгән оператив эш йомғаҡтары буйынса, 107-се һанлы лицей уҡыусыһының социаль селтәрҙәге шәхси аккаунтын билдәһеҙ кешеләрҙең боҙоп инеүе асыҡланған.

Террористик акт ҡылыу хәүефе тураһында мәғлүмәт килгән осраҡта эш итеү алгоритмына ярашлы тейешле саралар күрелгән. Уҡыу процесы мәктәптә штат режимында алып барыла.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас