Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2024, 05:00

Атайҙар көнө менән!

"Аталы бала – арҡалы", – тиҙәр халыҡта. Атаһынан яратылған ҡыҙҙар бәхетле була. Атайлы малайҙар ихтыярлы була. Матур байрам менән барлыҡ атайҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, ғаилә именлеге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙға өлгөлө атай, ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк булып, бәхеттә - шатлыҡта оҙон - оҙаҡ йәшәргә насип итһен!                 Ир булығыҙ, ирҙәр, ғаилә ҡорғас Ауырлыҡтан һис тә ҡасмағыҙ. Еңел тормош эҙләп, елдәй елләп, Көндө төнгә ялғап ятмағыҙ. Үрнәк булығыҙ һеҙ, ҡыҙ - улдарға Улар тойһон йөрәк йылыһын. Оло мөхәббәттең ҡосағында Үҫһен тиһәң килер быуының. Ир булығыҙ, ирҙәр, йолҡоп ташлап Йәнегеҙҙән насар холоҡто. Наркотикка, эскелеккә батып, Һайламағыҙ бер үк - ҡоллоҡто. Атай булып, иңгә һалығыҙсы- Ғаиләгеҙҙең ауыр йөктәрен. Ҡатын-ҡыҙҙың күңел хәстәрҙәре Яманлыҡтан ергә сүкмәһен. Гөлнас Фәйзуллина.

Атайҙар көнө менән!Атайҙар көнө менән!
Атайҙар көнө менән!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас