Яуҙа йәрәхәтләнеп, илебеҙҙең баш ҡалаһындағы йәки Мәскәү өлкәһендәге дауаханала ятҡан һалдатты ҡарарға килгән яҡындары Башҡортостан вәкиллеге ҡарамағындағы ҡунаҡханала бушлай йәшәй ала. Яҡындарға ҡатыны (ире), ата-әсәһе, үгәй ата-әсәһе, балалары, уллыҡҡа алынған балалары, ағай-ҡустылары, апай-һеңлеләре инә.
Был төр ярҙам менән файҙаланыу өсөн 8 (495) 621-40-30 телефоны буйынса (отдел по размещению и транспортному обслуживанию Аппарата по обеспечению деятельности органов государственной власти Республики Башкортостан в г. Москве) шылтыратырға кәрәк.
Үҙегеҙ менән түбәндәге документтарҙы алығыҙ: паспорт, МХО-ла ҡатнашыусының туғаны булыуҙы раҫлаған документ, Хәрби часть командирынан (по строевой части) выписка, Мәскәү ҡалаһында йәки өлкәһендә дауаланыу (реабилитация үтеү) тураһында белешмә. Ҡунаҡханала бушлай йәшәү ауырыуҙы ҡараған мөҙҙәттә мөмкин.
Әйткәндәй, контракт хеҙмәте буйынса ҡыҙыҡһыныусылар 122, (347) 218-19-19, 8 (347) 248-29-31 телефондары буйынса шылтырата ала.