Уныһын-быныһын тикшереп тормайынса,ул ебәрелгән һылтанма буйынса инә һәм ҡушылған инструкцияға ярашлы, үҙенең смартфонына вируслы ҡушымтаны урынлаштыра. Шул ҡушымта енәйәтселәргә ирҙең телефоны менән ситтән идара итергә мөмкинлек бирә.
Икенсе көндө ул үҙенең иҫәптәренән, шул иҫәптән кредит иҫәбенән дә аҡсаһы юғалғанын асыҡлай. Муттар тиненә ҡәҙәр бөтә һыпырып алған була.
Был хәйләгә эләкмәҫ өсөн, ҡушымталарҙы рәсми сайттарҙан ғына күсереп алығыҙ, ә иң яҡшыһы - банк бүлексәһендә белгестәр менән кәңәшләшегеҙ!