Өфөнән 37 йәшлек ир инвестиция ярҙамында "өҫтәмә табыш" вәғәҙәһенә ышанып, муттарға 1,5 миллион һумлыҡ кредит аҡсаһын күсергән.
Баш ҡалала йәшәгән 75 йәшлек ҡатын да, аҡсағыҙҙы аферистар урламаһын өсөн, тупланманы "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәрәк, тигәнгә алданып, 1 миллион һумдан ашыу аҡсаһын муттарға күсерә.
Салауаттан 80 йәшлек пенсионер муттарға 1 миллион 300 мең һумдан ашыу аҡса күсергән! Ул билдәле мутлыҡ схемаһының ҡорбанына әйләнгән. Мутлашыусы үҙен "һалым хеҙмәте хеҙмәткәре" тип таныта һәм пенсионерҙың банк иҫәбендәге "шикле операциялар" тураһында хәбәр итә. Артабан аферист аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереп "һаҡларға" тәҡдим итә. Пенсионер енәйәтсегә ышана һәм үҙенең аҡсаһын уға ебәрә...
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! Еңел эш хаҡы вәғәҙәһенә ышанмағыҙ! Социаль селтәрҙәрҙә аралашыуҙа һаҡ булығыҙ һәм шикле һылтанмаларға баҫмағыҙ!
Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.