Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғынды тиҙ арала һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һөҙөмтәһендә оло йәштәге әбейҙең башы, муйыны, кәүҙәһе, аяҡ-ҡулдары бешкән, тын юлдары йәрәхәтләнгән, төтөнгә ағыуланған. Ул бик ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
Янғын сәбәбе асыҡлана, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе үткәрә.
Фажиғәгә юл ҡуймағыҙ:
- бер розеткаға бер нисә электр приборын тоташтырмағыҙ;
- сымдарҙың торошон күҙәтеп торорға, иҫкеһен алмаштырырға онотмағыҙ;
- сымдарҙы, розеткаларҙы хеҙмәтләндереү һәм алмаштырыу өсөн квалификациялы белгес саҡырырға кәрәк;
- хәбәр итеүсе прибор һәм ут һүндергес һатып алырға!
Бәләбәйҙә янғында ир тәҙрә аша сығырға тырышҡан булған: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-10-18/t-r-asha-sy-yr-a-matash-an-bul-an-3974563
Фото: МЧС РБ.