Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2024, 10:29

Сейшелдан килеүселәр Өфөнө маҡтай

Халыҡ-ара спорт форумы ҡунаҡтары - Сейшел утрауҙарының йәштәр эштәре, спорт һәм ғаилә министрлығы делегацияһы ағзалары Башҡортостан халҡы ойошторған йылы осрашыу тураһында һөйләне.

Сейшелдан килеүселәр Өфөнө маҡтайСейшелдан килеүселәр Өфөнө маҡтай
Сейшелдан килеүселәр Өфөнө маҡтай

- Беҙ форумға спорт сараларын ойоштороу йәһәтенән үҙебеҙ өсөн ҡыҙыҡлы нәмәләр белергә килдек, - тип билдәләне улар. - Беҙҙең утрауҙар бик бәләкәй, Беҙ Рәсәйҙән, ҙур һәм бөйөк илдән, яңы нәмәгә өйрәнергә теләйбеҙ. Башҡортостандың баш ҡалаһына килгәндә, Өфөнөң матур булыуын әйтергә теләйем. Бында бик изге күңелле һәм ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй.


Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас