Бишбүләк районының Аҙнай ауылында "Лада Гранта" автомобиле янып киткән.
Утты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында водитель ултырғысында һәләк булған кеше табыла, уның шәхесе асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Иҫкәртәбеҙ:
- ваҡытында техник тикшереү үтергә кәрәк;
- юлда автомобилдең һәр төрлө боҙолоуына иғтибар итегеҙ;
- һәр машинала ут һүндергес булырға тейеш.
Фото: МЧС РБ.