Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь , 15:00

Оҙаҡ йәшәү серҙәре

104 йәшкә тиклем йәшәгән хирург  Федор  Угловтың ҡағиҙәләре.

Оҙаҡ йәшәү серҙәре
Оҙаҡ йәшәү серҙәре

 

Беренсе. Өҫтәл артынан әҙ генә туймайыраҡ торорға.

Икенсе. Киске аш сәғәт 8-ҙән һуңға ҡалырға тейеш түгел һәм ул еңелсә генә булһын. Бер стакан ҡатыҡ йә ойоған һөтэсеү ҙә етә.

Өсөнсө. Эремсек, майһыҙ ит, балыҡ,  йәшелсә-емеш һәм витаминдар ашарға.  Күберәк һыу эсергә.

Дүртенсе. Аҡ икмәк менән мауығырға ярамай. Ҡара икмәк тә көнөнә 100 – 150 г етә. Бәлеш, торт, пирожный кеүек тәмле-татлынан баш тартырға.

Бишенсе. Ашағандан һуң  йоҡларға ярамай. Аш өҫтәленән тороу менән эшкә тотоноғоҙ. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: