Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2024, 07:12

Күп ашауҙың сәбәбе нимәлә?

Организм үҙенә  кәрәген алһын һәм аҙыҡ  таш булып ятмаһын өсөн күпме ашарға кәрәк?  Был ябай ғына һорауға яуап биреүе бигүк еңел түгел. 

Күп ашауҙың сәбәбе нимәлә?Күп ашауҙың сәбәбе нимәлә?
Күп ашауҙың сәбәбе нимәлә?

   Ысынлап та, күптәр ауыҙын тыя алмауына, бер ултырғанда эсе күпкәнсе ашауына зарлана. Бының сәбәбе нимәлә һуң? Нилектән беҙ ашауҙы контролдә тота алмайбыҙ?  Табиптар фекеренсә,  уның ике төп физиологик сәбәбе бар.  Беренсеһе –  организм ашаған аҙыҡтан терелек кимәлдә туҡлыҡлы матдәләр алмай, шунлыҡтан туймай.  Эш шунда: туҡлыҡлы матдәләр эсәктә бәләкәй генә төксәләр ярҙамында үҙләштерелә. Әгәр ҙә улар шлактар һәм токсиндар менән ҡапланған икән,   аҙыҡты үҙләштереү ҙә ауырлаша. Был осраҡта кеше күпме генә ашауына ҡарамаҫтан, мейегә туҡлыҡлы матдәләрҙең етеүе тураһында сигнал бармай.

Күп ашауҙың икенсе сәбәбе – беҙ ашаған  аҙыҡ-түлектең организмға кәрәкле биологик матдәләргә бай булмауы. Бигерәк тә  юғары сортлы он, артыҡ таҙартылған май, шәкәр, тәм-том, шулай уҡ оҙаҡ бешерелгән аҙыҡ-түлек уларға ҡытлыҡ кисерә.

Әйткәндәй, деликатестар һәм   төрлө кулинар шедевр ҙа күп ашауға булышлыҡ итә. Сөнки тәмләткестәрҙең күп булыуы сәбәпле,  кеше аппетитын контролдә тота алмай башлай. Күп төрлө аҙыҡ-түлектән әҙерләнгән ризыҡтар ҙа туйыу тойғоһон тойорға ҡамасаулап, артыҡ ашауға булышлыҡ итә.

Әйтелгәндәрҙән сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: мөмкин тиклем ябайыраҡ аҙыҡты һәм сикләнгән күләмдә ашау файҙалыраҡ.   

Күп ашау кеүек насар ғәҙәттән ҡотолоуҙың төрлө юлы бар. Мәҫәлән, иртәнге, төшкө йә киске аштан баш тартыу. Халыҡ  мәҡәле иртәнге ашты үҙең ашап, төшкөлөгөн дуҫың менән бүлешергә, ә кискелегенән баш тартырға ҡушһа ла, билдәле диетолог Поль Брэгг иртәнге аштан баш тартырға кәңәш иткән.  Уның фекеренсә, оргнизм киске  аштан  алған энергияһын  тотоноп бөтмәй. Икенсе төрлө әйткәндә, иртәнге ашҡа  организм әле әҙер түгел. Әйткәндәй, тап иртәнсәк көндөҙгө  сәғәт 12-гә тиклем организмдан шлактар һәм токсиндар әүҙем сығарыла. Был ваҡытта ашҡаҙан-эсәк трактын тулыландырмағанда ла була.  Ә инде иртәнге аштан баш тарта алмаһағыҙ,  емеш ашарға йә һут эсергә мөмкин.

Аппетитты кәметеү  өсөн,  организмға көндәлек аҙыҡтан максимум файҙа алыуға өлгәшеү кәрәк. Бының өсөн аҙыҡты яҡшы  һәм оҙаҡ итеп сәйнәргә кәңәш ителә.  Туҡлыҡлы матдәләрҙең үҙләштерелеүе ауыҙҙа башланыуын онотмағыҙ. Шуға күрә уның сифаты аҙыҡтың ни тиклем ваҡланған булыуына бәйле.

Ҡытай табиптары, ашҡаҙанда йылы һәм дым тотҡарланырға тейеш түгел, тигән фекерҙә. Күп ашау унда йылының һәм дымдың тупланыуына булышлыҡ итә, тип иҫәпләй улар. Шунлыҡтан ашҡаҙан-эсәк трактын бер аҙ “һыуытыу” өсөн  махсус аҙыҡ менән туҡланырға кәңәш итәләр. Бындай аҙыҡтарға сельдерей, салат япрағы, соя, ҡабаҡ һәм башҡа йәшелсәләр инә. Был ҡараш Европа табиптары фекеренә лә тура килә. Артыҡ йылы һәм дым  инфекция таралыу өсөн уңайлы мөхит, ти улар, ә йәшелсә-емеш кислота-һелте балансын нормаға килтерә. Бынан тыш, күҙәнәклеккә бай  йәшелсәләр токсиндарҙан һәм шлактарҙан  ҡотолорға ярҙам итә.

Шулай итеп, сәләмәтлеккә зыян килмәһен өсөн ураған һайын түгел, ә  асығыу тойғоһо булғанда ғына  һәм организмға етерлек кимәлдә генә ашарға кәрәк.   Туҡланыу рационында иң ябай аҙыҡтар ғына булырға тейеш.   Һәм, әлбиттә, йәшелсәгә өҫтөнлөк бирергә. Был ҡағиҙәләрҙе барыбыҙ ҙа беләбеҙ кеүек, әммә   ҡабатлағандан ҡағиҙә иҫкермәй. Һәм дә ул ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, ҡулланырға өйрәнәйек.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас