Сибай ҡала суды ҡарары менән ир РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса ғәйепле тип таныла (административ язаға тарттырылған кешенең транспорт сараһы менән иҫерек хәлдә идара итеүе).
Судта 2024 йылдың авгусы иртәһендә ирҙең иҫерек килеш "Мерседес Бенц 260" маркалы автомобиль менән идара итеүе асыҡлана. Быға тиклем водитель эсеп тотолоп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Суд уны 2 йыл да 6 айға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 180 сәғәт мәжбүри эш төрөндә яза тәғәйенләй, шулай уҡ дәүләткә килемгә сит ил автомобилен тартып ала.
Иҫерек килеш машина йөрөтөр алдынан ошо турала онотмағыҙ, хөрмәтле водителдәр!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.