Көрәш һарайындағы пленар ултырыш форумда ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
РФ Дәүләт Думаһының физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Олег Матыцин спортты үҫтереүҙә Рәсәй һәм Белоруссия президенттары Владимир Путин Һәм Александр Лукашенконың ролен билдәләне:
- Ике ил халҡы, президенттар өлгөһөнә эйәреп, берлектә проекттарҙы тормошҡа ашырып, бер ҙур Олимпия ғаиләһе булып ҡала. Союз дәүләте форматы хәҙерге күп полярлы донъяның ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә.
Шулай уҡ ул киләһе йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнәсәген иҫкә төшөрҙө һәм был датаның Рәсәй Олимпия комитеты һәм Спорт министрлығы эшмәкәрлегендә сағылыш табырынаөмөт белдерҙе.
Белоруссияның Милли Олимпия комитеты президенты Виктор Лукашенко ойоштороусыларға белорус делегацияһын саҡырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Рәсәй коллегалары менән аралашыу илебеҙҙә спортты үҫтерергә ярҙам итә. «Рәсәй – спорт державаһы» форумы һәм ОКР спортсылары комиссияһының киңәйтелгән ултырышы – тәжрибә уртаҡлашыу өсөн уникаль майҙансыҡтар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул, рәсәй коллегалары менән аралашыу уларҙың илдәрендә спортты үҫтерергә ярҙам итә, тип билдәләне.
ОКР-ҙың экс-президенты Станислав Поздняков йәштәр, быуындарҙың күсәгилешлеген тәьмин иткән Рәсәй Олимпия резервы вәкилдәре тураһында һөйләне.
- Беҙ еңел булмаған һынауҙарҙы еңеп сыҡтыҡ. Берҙәм команда булып ҡалып, Олимпия ярыштарында уңыштарға өлгәштек. Ил етәкселеге һәм көйәрмәндәре спортсыларҙы милли геройҙар булараҡ хөрмәтләй. Беҙ һеҙгә тышҡы шарттарға ҡарамаҫтан сығыш яһау һәм миҙалдар өсөн көрәшеү мөмкинлеген тәьмин итә алдыҡ. Был Рәсәй Олимпия комитеты эшенең мөһим йомғаҡтарының береһе, - тине данлыҡлы спортсы.
Ул илде допинг янъялы һәм сәйәси мотив арҡаһында бер нисә тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан ситләтергә маташыуҙарын иҫкә төшөрҙө. Әммә команданың яҙмышы дипломатик тырышлыҡ менән хәл ителә.
Тәжрибәле һәм йәш атлеттар араһындағы диалогтың мөһимлеге тураһында ОКР спортсылары комиссияһы рәйесе Юрий Борзаковский ҙа һөйләне:
- Бойондороҡһоҙ комиссиялар ярҙамында беҙ көнүҙәк һорауҙарға даими яуап алабыҙ. Йәш быуынға спортта барған ваҡиғалар тураһында даими аралашыу һәм һөйләү мөһим.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар, дөйөм алғанда, ОКР спортсылары комиссияһының киңәйтелгән ултырышы юғары кимәлгә сыҡты һәм Рәсәйҙең төп спорт форумы сиктәрендә уҙғарыла, тип билдәләне. Элек спортсыларҙы бер кем дә ишетмәгән, власть менән бүләкләнгән һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән кешеләр менән көнүҙәк көн тәртибен тикшереү өсөн майҙансыҡ булмаған. Хәҙер Рәсәйҙә һәм Белоруссияла спортсыларҙан торған бойондороҡһоҙ комиссиялар барлыҡҡа килеү арҡаһында көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы даими алырға мөмкин.
Фото: Рәсәй Олимпия комитетының рәсми сайтынан