Дәүләт башлығы Рәсәй Президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оҙатыуында яңы спорт ҡоролмаһы майҙансығын ҡараны. Путин унда Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Лира Грушина менән дә аралашты.
Буласаҡ чемпиондар менән иҫтәлеккә фотоһүрәттәр ҙә булды тип хәбәр итә үҙенең телеграм-каналында «Рәсәй» телеканалы журналисы Павел Зарубин.