Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октября 2024, 12:25

Радик Динәхмәтовҡа «Рәсәй –1» каналы үҙенсәлекле сюрприз яһаған

Бөгөнгө көндә махсус операцияла хеҙмәт итеүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов  хәрби хеҙмәткә киткәнсе үҙе кеүек үк сәнғәт өлкәһендә эшләгән хеҙмәттәштәре менән бергә «Рәсәй-1» телеканалында ҡунаҡта булған.

Радик Динәхмәтовҡа «Рәсәй –1» каналы үҙенсәлекле сюрприз яһағанРадик Динәхмәтовҡа «Рәсәй –1» каналы үҙенсәлекле сюрприз яһаған
Радик Динәхмәтовҡа «Рәсәй –1» каналы үҙенсәлекле сюрприз яһаған

– Хәҙерге ваҡытта махсус операцияла ҡатнашыусы д=рт егетте «Рәсәй-1» телеканалындағы «Наши» тапшырыуына саҡырҙылар. Уларҙың береһе – Красноярск ҡалаһы театрынан бейеүсе, икенсеһе –яҙыусы, өсөнсөһө – цирк артисы һәм мин – Башҡортостандан музыкант «Әсән» (позывнойы). Беҙҙең менән бик матур әңгәмә ойошторҙолар, тапшырыу тиҙҙән эфирға сығыр, тип уйлайым.
Был тапшырыуҙы төшөргән ваҡытта миңә сюрприз да яһанылар. Кисерештәремдә әйтеп бөтөрә алмйым. «Ейәнеңде һуңғы тапҡыр ҡасан күрҙегеҙ?» – тип һоранылар. «Яраланып, тыуған яҡтарымда реабилитация үткәндә», – тип әйтеп тә өлгөрмәнем, студияға, йүгереп ейәнем Айлин һәм ҡыҙым килеп инде. Шатлыҡлы күҙ йәштәре менән осрашыу буды. Тапшырыу төшөрөлөп бөткәндән һуң, балалар менән Ҡыҙыл майҙанға барҙыҡ, уйна-көлөшөп, кисте бергә үткәрҙек. Иртән иһә балаларҙы самолет менән Өфөгә оҙаттым да үҙем махсус операцияға юлландым.

Миңә 7 көн ял биргән инеләр, балалар менән ҡайтып китергә лә мөмкинлегем бар ине. Әммә Махсус хәрби операция биләмәһендә медрота егеттәре-ҡыҙҙары менән Башҡортостан Республикаһы көнөнә концер әҙерләй инек. Командир, күсерербеҙ, тиһә лә, сараны көнөндә уҙғарғы килде. Шуға хәрби хеҙмәттәштәрем янына юлландым .Байрам концетыбыҙ  бик матур уҙҙы, – ти ул.   

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас