Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2024, 14:51

Өфөлә иң көслө кёрлингсылар араһында ярыштар бара

Керлинг буйынса 17 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Бөтә Рәсәй ярыштарын, шулай уҡ ир-егеттәр араһында Суперлига этабын асыу тантанаһы "Өфө-Арена" комплексында үтә.

Өфөлә иң көслө кёрлингсылар араһында ярыштар бараӨфөлә иң көслө кёрлингсылар араһында ярыштар бара
Өфөлә иң көслө кёрлингсылар араһында ярыштар бара

Тантанала Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Кёрлинг федерацияһы президенты Дмитрий Свищев, Дәүләт Думаһының Физкультура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Әмир Хәмитов, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы Рима Баталова, кёрлинг буйынса донъя турының генераль директоры Джо Вэлкли, Рәсәй Саңғы уҙыштары федерацияһы президенты Елена Вяльбе ҡатнашты. Ярыштар бөгөн, 17 октябрҙә, Өфөлә башланған "Рәсәй - спорт державаһы" XII Халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә үтә.

- Бында спортсыларҙың һәм тренерҙарҙың үҙҙәрен тормошҡа ашырырға һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә мөмкинлеге бар. Чемпион булып тыумайҙар, ә булалар. Башҡортостанға рәхим итегеҙ! Спорт еңеүҙәре төбәге, - тип мөрәжәғәт итте ярышта ҡатнашыусыларға Рима Баталова.

Кёрлинг буйынса ярыштар дүрт көн дауам итә. Уларҙа Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Краснодар крайынан һәм Иркутск өлкәһенән бөтәһе 18 команда ҡатнаша: ҡатнаш кёрлингта ун ике команда (17 йәшкә тиклемге бөтә Рәсәй ярыштары) һәм алты ир-егеттәр командаһы (Суперлига этабы). Башҡортостан Республикаһынан ике ҡатнаш команда - ике ҡыҙ һәм ике егет сығыш яһаясаҡ. Финал һәм 3-сө урын өсөн матч 20 октябрҙә үтә һәм "Матч! Ил" каналында күрһәтеләсәк.

Дмитрий Свищев, Рәсәй Кёрлинг федерацияһы президенты, үҙ сиратында, Өфөләге яңы ишеү слаломы комплексының әһәмиәтен билдәләне:

- Башҡортостанда спорттың артабан да үҫешеүенә бик шатмын. Беҙ барыбыҙ ҙа бында спортты яратыуын һәм ҡәҙерләүен беләбеҙ, һәм был объект ишеү спортына тағы ла күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ - әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыу. Киләсәктә республикала илебеҙ исеменән ярыштарҙа ғорурлыҡ менән сығыш яһаясаҡ бик күп талантлы спортсылар барлыҡҡа килер, тип ышанам.

Фото: Андрей Шалков, "Башинформ".

Өфөлә иң көслө кёрлингсылар араһында ярыштар бара
Өфөлә иң көслө кёрлингсылар араһында ярыштар бара
Өфөлә иң көслө кёрлингсылар араһында ярыштар бара
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас