Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2024, 07:39

Өфөлә Фехтование һарайын асыу - спортты үҫтереүҙә яңы этап

Был - фехтование һөйөүселәре һәм профессионалдары өсөн күптән көтөлгән ваҡиға.

Өфөлә Фехтование һарайын асыу - спортты үҫтереүҙә яңы этапӨфөлә Фехтование һарайын асыу - спортты үҫтереүҙә яңы этап
Өфөлә Фехтование һарайын асыу - спортты үҫтереүҙә яңы этап

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Фехтование һарайын асты һәм юниорҙар араһында «Салауат ҡылысы» халыҡ-ара ярышына старт бирҙе.

- Рәсәй - бөйөк спорт державаһы, илебеҙ донъяға бик күп һәләтле спортсыларҙы бүләк итте, уларға бөтә донъя буйынса миллионлаған малай һәм ҡыҙ ориентирлана. Былар барыһы ла Президент Владимир Путиндың сәйәсәте һәм спортҡа мөнәсәбәте арҡаһында була, ул үҙе спортсы һәм беҙгә бик юғары планка ҡуя. Бында Республика етәкселегенә – Радий Хәбировҡа ла рәхмәт белдерәм.Ул төбәктә был өлкәне үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Субъектта 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы эшләй һәм уларҙың һаны арта бара. Республиканың спорт менән йыһазландырылыу кимәле илдә иң юғарыларҙың береһе – 74,5%, спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса инфраструктура булдырылған, – тип билдәләне үҙенең сығышында Дмитрий Чернышенко.

Өфө Фехтование һарайы заманса стандарттар буйынса төҙөлгән һәм йыһазландырылған һәм иң юғары кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итә ала. Ул Затон-Көнсығыш районында, Рима Баталованың Республика спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә урынлашҡан.

Тантанала шулай уҡ РФ спорт министры Михаил Дегтярев, Рәсәй Фехтование федерацияһы президенты Илгар Мамедов Һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡатнашты.

Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров, төбәк бер нисә йыл дауамында бөтә ил өсөн мөһим спорт ваҡиғаһына – «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумына әҙерләнде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Беҙҙең спортсылар халыҡ-ара ареналарҙа юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Барыһы ла башҡорт олимпиясы-фехтовальщиктарын белә: Тимур Сафин, Аделина Заһиҙуллина, Артур Әхмәтхузин, Әнүәр Ибраһимов, Руслан Нәсибуллин һәм Ренал Ғәниев. Фехтование 60 йылдан ашыу элек Өфөгә ике күренекле тренер – Станислав Красильников һәм Юрий Хозиковтың килеүе менән әүҙем үҫешә башлай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың төбәктә спортҡа булышлыҡ итеүе арҡаһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары технологиялы инвентарь һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса Фехтование үҙәге төҙөлдө. Был үҙәк Рәсәйҙе һәм Башҡортостанды донъя аренаһында данлаған яңы спорт ҡаҙаныштары өсөн ысын плацдарм булыр, тип ышанам! - тип Андрей Назаров барыһын да сәләмләне.

Яңы һарайҙа фехтование буйынса тәүге халыҡ-ара ярыш - «Салауат ҡылысы» башланды. Унда Рәсәйҙән, Белоруссиянан һәм Үзбәкстандан 120-гә яҡын спортсы 21 һәм 24 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында шәхси беренселектә һәм 24 йәшкә тиклемге командалы көс һынашыуҙа ҡатнаша.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас