Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2024, 14:05

Өфөгә Рәсәй Президенты Владимир Путин килде

Ил етәксеһен БР Башлығы Радий Хәбиров "Өфө" халыҡ-ара аэропортында ҡаршы алды.

Өфөгә Рәсәй Президенты Владимир Путин килдеӨфөгә Рәсәй Президенты Владимир Путин килде
Өфөгә Рәсәй Президенты Владимир Путин килде

Владимир Путин "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумында ҡатнаша һәм РФ Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Совет ултырышын үткәрә.

Шулай уҡ ул Өфөлә яңы спорт объекттары менән танышасаҡ.

Фото: видеонан скриншот.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас