Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь , 15:30

“Был ҙур сараны Өфөлә үткәреүҙең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ"

Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы асылыуы уңайынан Рәсәйҙең спорт мастеры, билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаттары призеры, Рәсәй чемпионы, тренер Илфак Ибәтуллин үҙ фекерҙәрен еткерҙе.

“Был ҙур сараны Өфөлә үткәреүҙең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ"
“Был ҙур сараны Өфөлә үткәреүҙең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ"

– Был ҙур сараны Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәреүҙең әһәмиәтен һанап бөткөһөҙ. Халыҡ-ара форум, дөйөм алғанда, бөтә спорттың үҫешенә этәргес бирә. Икенсенән, яҡшы реклама. Бөтәһе лә спорт мөмкинлектәре тураһында күрә, ишетә. Ата-әсәләр ҡыҙыҡһына башлай.

Мин үҙем инде 12 йыл тренер булараҡ, балалар спортын үҫтереү йәһәтенән ролен баһалайым. Республикабыҙҙа балалар спорты яҡшы кимәлдә. Залдар тулы, балалар ҡыҙыҡһына. Элегерәк, мәҫәлән, грек-рим көрәшенә балаларҙы 10 йәштән алалар ине. Ә хәҙер был йәштәге бала мотлаҡ нимә менәндер шөғөлләнә, шуға ла беҙ биш-алты йәштән алабыҙ. Балаларҙың күплеген иҫәпкә алғанда, беҙгә спорт объекттары кәрәк. Аллаға шөкөр,  уларҙы төҙөйҙәр.

Бына әле генә Олимпия чемпионы Давид Мусульбес менән осрашыу үтте. Ул гимнастика үҙәгендә булды. Өфөлә шорт-трек үҙәге лә бар, Көрәш һарайы асылды, Ишкәк слаломы комплексы, Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге, “Өфө-Арена”, ”Динамо” – һанаһаң, бик күп. Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондарында ла спорт объекттары асыла. Бик – ыңғай күренеш. Спорт үҫешенә мөмкинлектәр булдырыла, - тине чемпион.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: