Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2024, 10:00

Ҡайҙа ла еңеүсе беҙҙең Оля!

Гәзитебеҙ иғлан иткән “Иң шәп ауыл китапханаһы” бәйгеһендә Белорет районы Шығай ауылынан Ольга Ғәлиуллина етәкләгән "Тамъян" ауыл моделле китапханаһы ышаныслы рәүештә еңеү яуланы. Бик лайыҡлы булды был уңыш. Сөнки ул китапханала бар яҡлап алдынғы, һәр кемгә өлгө итеп ҡуйырлыҡ фиҙаҡәр кеше эшләй. Үҙ эшен яратып башҡарған Ольга Александровна театр түңәрәгендә лә шөғөлләнергә өлгөрә. "Инйәр хазиналары" район фестиваль-конкурсында Шығай ауыл клубы Сәғирә Ғәлиуллинаның әҫәре буйынса "Бала" моноспектаклен ҡуйған. Төп ролде башҡарған Ольга Ғәлиуллина барыһын да әсир итеп, ауыл мәҙәниәт учреждениеһы I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған! Ольганы сираттағы еңеүе менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!  Ольга Александровна Ғәлиуллина тураһында яҙма сайтта: 

Ҡайҙа ла еңеүсе беҙҙең Оля!Ҡайҙа ла еңеүсе беҙҙең Оля!
Ҡайҙа ла еңеүсе беҙҙең Оля!

... - Оля-я, Оля, тор, ҡыҙым, тор-торҙан хәбәр килгән!

Ғаиләлә бер бөртөк бала булған Оля өләсәйенең йомшаҡ тауышын ишетеп, шунда уҡ һикереп тормай, иркәләнеп ята бирә. Өләсәһе йылмайып, зәңгәр күҙле, һары сәсле ейәнсәрен тупылдатып арҡаһынан һөйә:

- И-ий, иркә генә бит ул!

Һөйөүгә сорналып үҫкән Оля үҙенең иркә булыуын белә. Өйҙә уны сикһеҙ яраталар. Бәләкәй ҡыҙ үҙе лә барыһын да ярата – был уның өсөн тәбиғи! Йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәй, һәр кемгә ихласлап һүҙ ҡуша, эсендәгеһе – тышында. Зәңгәр күҙле ҡыҙ үтә күренмәле, саф һыулы шишмә кеүек кенә инде, иртәнән кискә тиклем сылтыр-сылтыр килә, тик тороуҙы белмәй. Ул Силәбе ҡалаһында Тәғзимә менән Александр Демешколарҙың ғаиләһендә тыуған. Тик ғүмер бит һәр ваҡыт һин теләгәнсә генә бармай, уйламағанда-көтмәгәндә ҡапыл бөтә йәшәйешеңдең үҙгәреүе лә ихтимал. Оляның да ата-әсәһенең, тормош шарттары үҙгәреү сәбәпле, юлдары айырылып, егәрле, изге күңелле Тәғзимә Дамир ҡыҙы тыуған ауылына ҡайта. Бер нисә йылдан яҡшы кешене осратып, сәсте-сәскә бәйләйҙәр.

– Рәмил Марат улы Аҙнасуринды мин “атай” тип, арҡамды ныҡҡа терәп үҫтем, - ти Ольга Александровна. - Ул талапсан холоҡло ине, әммә мине үҙ ҡыҙы кеүек ныҡ яратты, алдынан төшмәнем. Тәртипле, ололарға ҡарата ихтирамлы булыу унан алынған һабаҡтар. Атайым бөгөнгө көнгә тиклем беҙгә ярҙам итә. Уның һүҙе минең өсөн ҙур абруйға эйә! Быйыл миңә 40 йәш тула, ә мин һаманғаса унан ҡай ваҡыт шыртлайым (Оля көлә, - авт.) Ул үлеп ейәнсәрҙәрен ярата! Йәнен бирергә әҙер инде. Мең рәхмәт миңә яҡшы тәрбиә биргән атайым менән әсәйемә!

Бәләкәй саҡтан орсоҡ кеүек, үтә әүҙем булғас, иртә ҡул араһына индем, ҡатын-ҡыҙҙар эшен дә, ир-ат эшен дә, айырып тормай, башҡарҙым. Һис ҡасан эштән ҡурҡманым. Мәктәптә кинәнеп уҡыным, уҡытыусыларға хөрмәт менән ҡараным, һәр сарала ҡатнаштым, драма түңәрәгендә шөғөлләндем. Унынсы синыфта уҡығанда Гөлниса Марс ҡыҙы Камалова, әйҙә, “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнаш, тигәйне, ҡушҡуллап ризалаштым. Ул ике этапта үтте (тәүҙә Уральск зонаһында, аҙаҡ район кимәлендә). Бәйге үткән көндәрҙә юл юҡ, ҡар-буран уйнап тора. Атайым, тырышлығымды, ихласлығымды күреп, ялҡауы килмәй, мине Октябрьскийҙан Уральскийға тиклем тракторҙа алып бара торғайны. Башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Сабур ҡыҙы Солтанова минең өсөн махсус шиғыр яҙып, визитка әҙерләште. Ул конкурста “Зифа буйлы һылыуҡай” номинацияһында еңдем. Бынан тыш матур итеп башҡортса шиғыр һөйләгәнем өсөн айырым приз – сәй сервизы менән бүләкләнеләр. Ғөмүмән, ике телде лә берҙәй яҡшы белеүем тормошта һәр ваҡыт ярҙам итте, күп ишектәрҙе, күңел ҡапҡаларын шар асты.

Ун беренсе синыфты тамамлағас, Оляны атаһы Белорет педагогия колледжына алып бара. Унда һылыу, аҡыллы, маҡсатлы ҡыҙ социаль педагог һөнәрен үҙләштерә. Икенсе курста ҡыҙҙар менән паркта йөрөгәнендә бер төркөм егеттәргә тап булып, үҙенең буласаҡ тормош иптәше Фадик Ғәлиуллин менән таныша. Улар бер-береһен тәү күреүҙән оҡшата. Автомеханикка уҡыған Шығай ауылы егете ул мәлдә икмәк заводында эшләгәс, студент ҡыҙҙы әле генә мейестән сыҡҡан, тәмле еҫтәр бөрккән икмәк ризыҡтары менән һыйлай. Бер йыл дуҫлашҡас, Оля егетте үҙенең ата-әсәһе менән таныштырырға алып ҡайта. Йәштәр өйгә килеп ингәс тә, Ләүҙә Ризван ҡыҙы егеткә һиҙҙермәй генә ейәнсәренә күҙ ҡыҫа ла, баш бармағын күрһәтә. Икәү генә ҡалған мәлдә, мин кешенең кемлеген бер ҡарауҙан беләм, кейәү булаһы кеше миңә оҡшаны, ти. Оляның ата-әсәһенең фатихаһын алғас, Фадиктың ауылына юлланалар.

- Шығайға барғас, Фадик ыздарауай, һап-һары мәрйә ҡыҙын алып ҡайтҡан, тип, ауыл халҡы мәж килде, - Оля шул көндө хәтерләп, тағы көлә. - Ҡәйнәм шунда уҡ үҙенең әсәһен, апаһын, һеңлеһен саҡырҙы, русса әйткәндә, “смотрины” ойошторҙо. Һәм миңә эш ҡушты. Алдыма бер ҙу-уур алдыр ит ҡуйҙы ла, үткәрер кәрәк, тине. Уны үткәреп бөткәнсе, шыбыр тиргә баттым, әммә һыр бирмәнем. Итте үткәреп бөткәс, ит үткәргесте йыуып ебәрҙем, һыпырып бөтә таҙарттым. Ике йылдан килен булып төшкәс, ҡәйнәм, эшләгәнеңде ҡараным, был биҙа шәп икән, тип уйланым, тине.

10-сы һанлы мәктәптә хеҙмәт юлын башлап, ситтән тороп Магнитогорск ҡалаһы университетында юғары педагогик белем алыуға өлгәшкән шәп ҡыҙҙы бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекцияға эшкә ҡоҙалайҙар, әммә ул карьера урынына ғаиләне һайлай. Фадикты армияға оҙатып, уны ике йыл көтөп ала Оля. Аҙнаһына ике тапҡыр хаттар яҙа, посылкалар һала. Үҙенә ҡалһа, һалдатҡа бик кәрәкле булған тәмәке, кәнфиттәр, һағыҙ ебәрә. Егете ҡайтҡас ҡына, бер нигә лә мохтажлыҡ кисермәүе, хәрби частә бөтә нәмәнең дә булыуы асыҡлана. Фадик хеҙмәттә саҡта, ҡыҙ күстәнәстәрен, бүләктәрен тейәп, буласаҡ ҡайны-ҡәйнәләренә барып йөрөй. Һалдат үҙ бурысын үтәп ҡайтҡас, өйләнешәләр. Хужасыл, оҫта ҡуллы, ышаныслы йәш ир ғаиләһе өсөн ике ҡатлы йорт һала, гараж төҙөй. Ҡулынан килмәгән бер эш тә юҡ уның: автомеханик та, электрик та, слесарь ҙа, иретеп йәбештереүсе лә... Ҡыҫҡаһы, Мөнирә менән Фәтих Ғәлиуллиндарҙың улы етмеш ете төрлө һөнәргә эйә, гөрләтеп донъя көтөрлөк ир.

- Бик яҡшы ғаиләгә килен булып төштөм, - ти Ольга Александровна. – Мин иркә генә үҫкәс, әсәйем бик егәрле лә булып, аш-һыуға артыҡ ҡатыштырмағас, кейәүгә сыҡҡанда йүнләп бешеренә белмәй инем. Хәҙер нәҙек кенә итеп һалма ла ҡырҡам, ҡоймаҡ та ҡоям, ҡабарып торған ваҡ икмәктәр ҙә бешерәм. Ҡәйнәм өйрәтте. Ул 37 йыл балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Ҡыҙғанысҡа, ғүмере иртә өҙөлөп ҡалды... Уны һаман да ауылда тик маҡтап ҡына, хөрмәт менән иҫкә алалар. Алтын кеше ине... Ҡәйнәм өлкән ҡыҙыбыҙ Лиананы бәләкәй сағынан бейетте, ҡумыҙ сирттерҙе. Хәҙер балабыҙ Өфө сәнғәт училищеһының “Рәсәй халыҡтарының милли ҡоралдары” тигән бүлексәһендә уҡып йөрөй. Беҙ уның менән бик күп ижади бәйгеләрҙә бергә ҡатнаштыҡ. Бәләкәс ҡыҙыбыҙ Лидиә лә үҫә бирә үҙенең һәләттәрен асыр, тип өмөтләнәбеҙ. Уға 1,5 йәш тигәндә мин эшкә сыҡтым, кинйәбеҙҙе әсәйем ҡарашты. Ғүмер буйы эштән айырылмаған намыҫлы, эшһөйәр ҡайным хаҡлы ялда, әлегәсә беҙгә терәк-таяныс.

Кейәүгә сығып, ауылға ҡайтҡас, бер йыл эш булманы. 2007 йылда китапханасы урынына ҡәйнәмдең һеңлеһе, ике тиҫтә йылдан ашыу китапханала эшләгән кеше, мине тәҡдим итте. Шунан бирле ең һыҙғанып эшләйем. Үҙ эшемде яратам! Етәкселәрҙән дә уңдым. Ике ҡатлы матур бинала клуб директоры Сәғирә Ғәлиуллина-Шәрәфетдинова менән бергә төрлө-төрлө саралар үткәрәбеҙ. Сәғирә Сабирйән ҡыҙы өс китап авторы, ижади шәхес. Ул яҙған “Бала” пьесаһын сәхнәләштереп, район конкурсында ҡатнаштыҡ (әле һөҙөмтәләре билдәһеҙ). Мин төп ролде башҡарҙым. Шығай күп функциональ ауыл клубында “Күңел” театр түңәрәгенә йөрөйөм бит. Тәжрибәле, яҡшы ойоштороусы Сәғирә Сабирйән ҡыҙы мине һәр ваҡыт күтәрмәләп, гелән ярҙам итә, алға этәрә, уға рәхмәтем сикһеҙ.

Ольганың тырышлығы менән 2011 йылда "Тамъян" ауыл моделле китапхана” статусын алған әҙәбиәт-мәҙәниәт усағында тел, тарих, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Үҙ эшенә мөкиббән киткән Ольга Александровна әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та танылыу яулап, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, урындағы ҡоролтайҙың башҡарма комитетының бихисап Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Тормош юлдашы менән өлгөлө ғаилә ҡорған әсәнең ике ҡыҙын да милли рухта тәрбиәләүе лә ихтирамға лайыҡ.

Белорет районына килен булып төшкән Ольга Александровна “Шығайым” тип өҙөлә: ошо күркәм ауылды, ауылдаштарын үтә яҡын күреп, Шығайҙы тырыш хеҙмәте менән данлай. Шығайҙар ҙа уға һөйөү, ихтирам менән яуаплай. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел – шәп ауылдың уңған ҡыҙына әйләнгән бит ул!

Фото: Ғәлиуллиндарҙың ғаилә архивынан.

Ҡайҙа ла еңеүсе беҙҙең Оля!
Ҡайҙа ла еңеүсе беҙҙең Оля!
Ҡайҙа ла еңеүсе беҙҙең Оля!
Ҡайҙа ла еңеүсе беҙҙең Оля!
Ҡайҙа ла еңеүсе беҙҙең Оля!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас