Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октября 2024, 10:30

Һәйкәлде реставрациялау проекты раҫланған

Баш ҡалабыҙҙа милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлгә ремонт кәрәклеге тураһында күптән һөйләйҙәр ине, әле белгестәр тарихи-мәҙәни экспертиза һөҙөмтәһен иғлан иткән.

Һәйкәлде реставрациялау проекты раҫланғанҺәйкәлде реставрациялау проекты раҫланған
Һәйкәлде реставрациялау проекты раҫланған

Реставрация проектын Санкт-Петербургтың махсуслаштырылған “С. П. Бург и партнеры” ойошмаһы 4 – 11 октябрҙә тикшергән һәм уның һаҡланған дәүләт мәҙәни мираҫ объекттары тураһындағы законға тура килеүен белдергән.

Салауат һәйкәле үҙе генә түгел, ә ҡурғаны ла ремонтланасаҡ. Эштәр быйыл ноябрҙә башланыуы ихтимал. Реставрация суммаһы 300 млн һумға баһаланған.

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас