Бокс кисәһе алдынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, БР Бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров медиа-үлсәү тантанаһында ҡатнашты.
Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан сираттағы тапҡыр ҙур спорт ярыштарын уҙғарыу майҙансығына әйләнде. Һуңғы 5 йылда республика халыҡ-ара кимәлдәге 50-нән ашыу турнирҙы ойошторҙо.
– Быйыл өсөнсө тапҡыр Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы ҡарары буйынса Башҡортостан «IBA чемпиондар Төнө» тамаша турнирын уҙғарыу урынына әйләнде. Был башҡорт бокс мәктәбенең ҡаҙаныштарын тағы ла бер таныу. Республика өсөн алдағы турнир – айырым һәм икеләтә яуаплы. Иртәгә Башҡортостан «Рәсәй – спорт державаһы» форумын уҙғарыу майҙансығына әүереләсәк. «IBA чемпиондар төнө» юғары кимәлдә үтер һәм Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла боксты популярлаштырыуға булышлыҡ итер, тип ышанам, – тине Андрей Назаров үҙенең сәләмләү һүҙендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә бөтәһе 4 меңдән ашыу кеше профессиональ рәүештә бокс менән шөғөлләнә. Республикала Рәсәйҙең спорт мастерлығына 499-ҙан ашыу кандидат, Рәсәйҙең 23 спорт мастеры, шулай уҡ бокс буйынса Рәсәйҙең 2 халыҡ-ара класлы спорт мастеры бар.
Төп алышта Башҡортостандан Артур Собханғолов Ҡытайҙан WBC Asia Wensong Liu Чемпионы менән осраша. БЫЛ WBC версияһы буйынса Азия Чемпионы титулын яҡлау буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының икенсе вәкиле - Данис Ғабдрафиҡов та үҙ алышын үткәрә, ул рейтинг алышында 67 килограмға тиклемге ауырлыҡта Грузия чемпионы, йәштәр араһында Европа чемпионатының көмөш призеры Nikabadze Luka менән осраша.
Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, БРИКС-2024 уйындары еңеүсеһе, Боливариан АЛБА уйындары-2023 чемпионы Азалия Әминева шоуҙа Һиндостан чемпионы Raj Sahiba менән икенсе алышын үткәрә.