Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октябрь 2024, 04:36

Стәрлетамаҡта түләү арттырылды

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында хәрби хеҙмәт тураһында контракт төҙөүселәргә түләү ике тапҡырға күтәрелде. Был турала урындағы хакимиәт хәбәр итә. 

Стәрлетамаҡта түләү арттырылдыСтәрлетамаҡта түләү арттырылды
Стәрлетамаҡта түләү арттырылды

Хәҙер килешеүгә ҡул ҡуйыусылар ҡаланан ғына бер тапҡыр 400 мең һум түләү ала. 

Түләүҙе айырым һанағанда шулай: РФ Президенты указына ярашлы, Оборона министрлығынан бер тапҡыр 400 мең һум алырға була. Башҡортостан түләүе - 505 мең һум. Стәрлетамаҡтан хәҙер 400 мең һум. 210 мең һум айлыҡ эш хаҡы бар.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, ентекле белешергә була: 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51. Бынан тыш, "СтәрлетамакВодоканал" предприятиеһы һәм Ҡала мәҙәниәт һарайында рәсми эшләүсе контракт төҙөүселәргә лә айырым дәртләндереү аҡсаһы түләнә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 40 төр ярҙам сараһы ҡаралған.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас