Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октября 2024, 14:30

Мәртәбәле ҡунаҡтар, спорт форумына рәхим итегеҙ!

«Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары Өфөгә килә башланы.

Мәртәбәле ҡунаҡтар, спорт форумына рәхим итегеҙ!Мәртәбәле ҡунаҡтар, спорт форумына рәхим итегеҙ!
Мәртәбәле ҡунаҡтар, спорт форумына рәхим итегеҙ!

Бөгөн баш ҡала «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын ҡаршы ала. Өс көнгә – 17-19 октябргә Өфө Рәсәйҙең иң спорт ҡалаһы буласаҡ. Беҙ бөтә илдән 200-ҙән ашыу Олимпия чемпиондарын һәм тренерҙарын көтәбеҙ, ә бөтәһе донъяның 100 иленән 5000-дән ашыу кеше ҡунаҡ буласаҡ.

Өфөгә форумда ҡатнашыу өсөн Беларусь Республикаһы Милли Олимпия комитеты президенты Виктор Лукашенко килде.

Алдағы көндәрҙә өфөләрҙе һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарын бай спорт программаһы көтә. Керлинг буйынса бөтә Рәсәй ярыштары, профессиональ бокс кисәһе, баскетбол буйынса Рәсәй чемпионаты матчы, ишкәкле слалом буйынса «Ҡурай иле» халыҡ-ара ярыштары һәм бөтә Рәсәй йөрөү көнө үтәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас