Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октябрь 2024, 13:00

Форумға бер чартерҙа 150 Олимпия чемпионы килгән!

Өфөгә махсус ялланған бер самолетта - чартерҙа Рәсәйҙең 150-нән ашыу иң яҡшы спортсыһы, Олимпия чемпиондары, донъя чемпионаты призерҙары һәм еңеүселәре килде. Улар бөгөндән тиерлек башланған "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумында ҡатнашасаҡ.

Форумға бер чартерҙа 150 Олимпия чемпионы килгән!Форумға бер чартерҙа 150 Олимпия чемпионы килгән!
Форумға бер чартерҙа 150 Олимпия чемпионы килгән!

Форумға киткән сығымдың күпселеге федераль бюджетҡа төшә. Ул Рәсәйҙең төп спорт сараһы булып тора һәм бына бер нисә йыл инде ил төбәктәренең баш ҡалаларында үткәрелә. Былтыр Пермдә, быйыл беҙҙә, киләһе йылда Һамарҙа буласаҡ.

17 октябрҙә форумдың төп сараһы - Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй физкультура Һәм спорт Советы ултырышы уҙасаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас