Мутлашыусылар схеманы ғәмәлгә ашырыу өсөн Рәсәй мобиль операторҙарының береһе булып кешеләргә шылтырата ла, абонентҡа иҫәбенә, мәҫәлән, 450 һум сумма индерелгән SIM-карта асылыуы тураһында хәбәр итә. Улар, әгәр абонент был сим-картаға мохтаж булмаһа, уны ябырға һәм аҡсаны (450 һумды) уларҙың банк иҫәбенә күсерергә мөмкин, тип ышандыра.
Артабан мутлашыусылар ҡорбанға был аҡсаны сығарырға тәҡдим итә - әммә бының өсөн уларға уның шәхси мәғлүмәттәре кәрәк, мәҫәлән, фамилияһы, паспорт мәғлүмәттәре, банк картаһы һ.б.
Улар шулай уҡ кешенең телефонына ситтән инеү өсөн ҡушымта ҡуйыуҙы йәки смс аша килгән кодты әйтеүҙе һорай ала. Имеш тә, кеше ошо ғәмәлдәрҙе шунда уҡ үтәмәһә, аҡса юғаласаҡ.
Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе йәки иҫәп яҙмаларына инеү мөмкинлеген алғандан һуң, телефон муттары иҫәптәрҙәге аҡсаны урлай, кеше исеменә кредиттар ала.
МТС был йәһәттән сит кешеләргә ышанмаҫҡа һәм даими рәүештә үҙенең банк, шулай уҡ операторҙар иҫәбен шикле операциялар һәм инеү ынтылыштары өсөн тикшерергә кәңәш итә.
Был хаҡта ТАСС агентлығына МТС операторының "Защитник" продукты директоры Андрей Бийчук хәбәр иткән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.