Көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә уға элекке эш урынынан "директор" яҙып ебәрә, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләнеш тураһында иҫкәртә. Артабан "ФСБ хеҙмәткәре" шылтыратып, предприятие мәғлүмәттәренең таралыуы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе тикшереү тураһында хәбәр итә. Шулай уҡ ул уның исеменә кредит рәсмиләштерелеүен һәм енәйәтселәрҙең аҡсаны алырға тырышыуын, әммә финанс мониторингы хеҙмәте операцияны туҡтатып торорға өлгөрөүен әйтә. Артабан финанс контроленән "Маргарита Львовна" шылтыратып, аҡса туплау һәм бурыстар тураһында һораша. Ҡатын, аҡсамды һаҡлап ҡалырға теләүселәр менән аралашам тип уйлап, һорауҙарға яуап бирә. Икенсе көндө "Маргарита Львовна" ҡабаттан аҡса алырға маташыуҙары тураһында хәбәр итә һәм яңы сим-карта рәсмиләштереүҙе һорай. Артабан "ФСБ хеҙмәткәре" банкҡа барырға тәҡдим итә һәм шик аҫтындағы аҡһыл сәсле хеҙмәткәр тураһында иҫкәртә. Ул видеояҙманы ҡуйып, таныҡлығын күрһәтә һәм тиҙерәк аҡса алыуҙы һорай.
Әммә "Сбербанк" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өлкән менеджеры Мария Свинтицкая мутлашыусыларға аҡсаны алырға мөмкинлек бирмәй.
Әлдә ул ҡатынға ярҙам итеп, 850 мең һум аҡсаһын һаҡлап ҡала.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы полиция начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция подполковнигы Инзил Төхбәтуллин Мария Свинтицкаяға уяулығы өсөн рәхмәт хатын тапшырған. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan?z=photo-212351849_457244469%2Falbum-212351849_00%2Frev