Белорет район хакимиәте биргән мәғлүмәткә ярашлы, Павел Белоретта 14-се мәктәптә уҡыған, һуңынан 26-сы училищены тамамлаған. Вахта ысулы менән эшләгән егет 2022 йылдың октябрендә башҡа райондаштары менән бергә өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операция зонаһына саҡырыла.
Командование уны дисциплиналы, инициативалы хәрби хеҙмәткәр, ышаныслы иптәш, һәр ваҡыт үҙ иңен ҡуйырға әҙер яугир тип тасуирлай.
2024 йылдың 6 июлендә Новосёловка Первая (ДНР) тораҡ пункты районында дошмандың терәк пунктын штурмлау ваҡытында, дошман күпләп камикадзе-дрон ҡулланғанда, рядовой Павел Кислов, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, штурмлау төркөмдәре өсөн дошман тылына хәүефһеҙ үткәүел булдыра. Һауаны туҡтауһыҙ күҙәтеп, дошмандың FPV-дронын ваҡытында күреп ҡала һәм уға ут асып, ауыр хәрби шарттарҙа иптәштәренең ғүмерен ҡотҡара.
Павелдың ҡаһарманлығы, сетерекле хәлдә юғалып ҡалмауы отделениеға ҡуйылған хәрби бурысты үтәргә форсат бирә. Яраланған Павел Кислов әле госпиталдә ята. Геройҙың тиҙерәк һауығыуын ихлас күңелдән теләйбеҙ! Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт әйтәбеҙ!
Фото: https://vk.com/beloradm?from=search