Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2024, 05:30

“Рәсәй милли әҙәбиәте – илһөйәрлек ҡороу нигеҙе”

 Милли китапхана “Рәсәй милли әҙәбиәте – илһөйәрлек ҡороу нигеҙе” Халыҡ-ара китапханалар араһында ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышын уҙғара. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған сара 17 октябрҙә Шишмә районының Келәш ауылында уҙасаҡ. 

“Рәсәй милли әҙәбиәте – илһөйәрлек ҡороу нигеҙе”“Рәсәй милли әҙәбиәте – илһөйәрлек ҡороу нигеҙе”
“Рәсәй милли әҙәбиәте – илһөйәрлек ҡороу нигеҙе”

Китапханалар бөгөн тәғәйен мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, ә төрлө йәштәгеләр араһында фекерҙәштәрҙе берләштереү, мәҙәниәтте күтәреү, тарихты өйрәнеү көсөнә лә эйә. Хәҙерге заман шарттарында китапханаларҙа патриотик йүнәлештә эшмәкәрлекте яңыртыу мөһим. Китапханалар араһында тәжрибә уртаҡлашыу ҙа халыҡ-ара килешеүҙең үҫешенә һәм нығыныуына булышлыҡ итә, ә конференция быларҙың барыһына ла һәм тығыҙ хеҙмәттәшлеккә ҡулайлы майҙан булып торасаҡ.

 

Конференцияла милли әҙәбиәттең патриотик тәрбиә биреүҙәге роле, яҙыусы-шағирҙарҙың ижади мираҫын һаҡлап ҡалыу, китапханаларҙағы тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлегенең илһөйәрлек тәрбиәләүгә нигеҙ һалыуы, китапханаларҙың махсус хәрби операция шарттарында мәҙәни-мәғариф һәм патриотик үҙәк булып тороуы хаҡында һүҙ барасаҡ.

 

Онлайн һәм оффлайн форматта үткән конференцияла Санкт-Петербургтағы Рәсәй милли китапханаһының Регионалистика федераль үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Елена Грузнова, Татарстан Республикаһының Милли китапханаһының татар һәм тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте бүлеге мөдире Гөләрәм Зимағолова, Н. К. Крупская исемендәге Ырымбур өлкә универсаль ғилми китапхананың ғилми-методик бүлегенең баш китапханасыһы Нелли Раменская, Ырымбур ҡалаһының Хөсәйен Ямашев исемендәге китапхана-мәғлүмәт үҙәге китапханаһы мөдире Светлана Әхмәтйәнова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, Башҡортостан Милли архивының йәмәғәт ойошмалары фонды бүлеге етәксеһе Ниязбай Сәлимов, Башҡортостандағы Рәсәй тарихи йәмғиәтенең яуаплы сәркәтибе Дахи Исмәғилев ҡатнашасаҡ.

Шулай уҡ сарала Башҡортостан Милли китапханаһы һәм республика китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә.

 

Г. Маннапова әҙерләне.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас