2025 йылдан Рәсәйҙә минималь эш хаҡын 22 440 һумға күтәрергә планлаштыралар. Ошондай закон проекты дәүләт думаһында ҡарала. Был 4,2 млн эшсенең эш хаҡының күтәрелеүенә булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, ҡайһы бер пособиелар минималь эшхаҡы күләменән бәйле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир путин 2030 йылға минималь эш хаҡын 35 мең һумға текерергә ҡушҡайны.
2024 йылда Башҡортостанда минимлаь эш хаҡы 18, 5 процентҡа (+3450 һум) артып, 22128 һум тәшкил итте. Республика күрһәткесе Урал коэффициенты иҫәбенә (15 %) уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғарыраҡ (19 242 һум).
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.