Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октября 2024, 09:16

Илдә чайлдфри пропагандаһын тыйыу өсөн күптәр риза

"Вебер" Рәсәй халҡының ниндәй ҡиммәттәрҙе уртаҡлашыуын һәм уларҙың чайлдфри хәрәкәтенә нисек ҡарауын асыҡланы.

Илдә чайлдфри пропагандаһын тыйыу өсөн күптәр ризаИлдә чайлдфри пропагандаһын тыйыу өсөн күптәр риза
Илдә чайлдфри пропагандаһын тыйыу өсөн күптәр риза

Һорау алыныусыларҙың күпселеге (68%) бындай хәрәкәттең барлығын белә, ә өстән бер өлөшө уның тураһында беренсе тапҡыр ишетә. Респонденттарҙың яртыһы илдә чайлдфри пропагандаһын тыйыу яҡлы. Улар үҙҙәренең позицияһын бындай саралар традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға һәм тыуымды арттырырға ярҙам итә алыуы менән аңлата. 39% был хәрәкәтте пропагандалауҙы тыйыуҙы хупламай. Ә чайлдфри булыуҙы һайлау һәр кемдең шәхси эше тигән фекер менән рәсәйҙәрҙең 74 проценты килешә.

Респонденттарҙың 37 проценты, чайлдфри пропагандаһы өсөн штрафтар индерергә кәрәк, тип иҫәпләй, 44 проценты бындай язаға ҡаршы. Бынан тыш, һорау алыныусыларҙың күпселеге (74%) балаһыҙлыҡҡа һалым индереүгә ҡаршы. Был хаҡта 18 йәштән 34 йәшкә тиклемге йәштәр йышыраҡ һөйләй. Ә рәсәйҙәрҙең биштән бер өлөшө был башланғысты хуплай, өҫтәүенә бындай позицияға ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бер тигеҙ ҡарай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, чайлдфрины тыйыу тураһындағы закон проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай әҙерләнгән һәм Рәсәй Дәүләт Думаһына индергән. Парламент рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, чайлдфри идеологияһын таратыу — мәғлүмәт һуғышының хәүефле ҡоралы. Йәштәрҙең аңын эшкәртеү аша йәмғиәткә балалар тыуыуҙан аңлы рәүештә баш тартыу идеологияһы индерелә.

"Балаһыҙ тормош культы, ғаилә ҡиммәттәрен инҡар итеү ил өсөн хәүефле эҙемтәләргә килтерә. Дәүләт бындай күренештәрҙе күреп кенә ҡалмай, уларға әүҙем ҡаршы торорға ла тейеш. Бигерәк тә етди демографик көрсөк шарттарында", - тип хәбәр итте Константин Толкачев.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас