Ҡатын уны, ысын банк хеҙмәткәре, тип ҡабул итһен өсөн енәйәтсе барыһын да эшләй.
Ҡатынға кисен мессенджер аша билдәһеҙ ир видеонан шылтырата. Видеонан һөйләшкәндә ирҙең артында банк логотибы төшөрөлгән плакат күренә, ул үҙен ошо финанс ойошмаһы хеҙмәткәре - менеджер, тип таныта. Ә ҡатындың тап шул банкта тупланмаһы була. Менеджер клиенткаға уның иҫәбенән санкцияланмаған күсереүҙәр барыуын хәбәр итә һәм картаны блокка ҡуйырға тәҡдим итә. Ҡатын уға ышана һәм ризалаша, ә бер нисә көндән банк ҡушымтаһында уның иҫәбендәге бөтә аҡсаның билдәһеҙ кешегә күсерелеүен асыҡлай.
Зыян суммаһы 990 мең һумды тәшкил итә.
Банк иҫәбенән ҙур күләмдә аҡса урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Оператив хеҙмәткәрҙәр һәм тәфтишселәр ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай (ҡатын, үҙе лә белмәйенсә, мутлашыусыларға үҙенең телефонына ситтән инеү мөмкинлеген биргән, тип фаразлайҙар).
Полиция иҫкәртә: һаҡ булығыҙ! Мутлашыусылар төрлө ысулдар менән ышанысты яуларға тырыша, аҡсағыҙҙы урлау өсөн төрлө һылтауҙар таба. Финанс мәсьәләләре тураһында сит кешеләр менән һөйләшеүҙе кисекмәҫтән туҡтатығыҙ.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.