Был маҡсатҡа 147 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән. Заманса майҙансыҡтар "Демография" милли проекты булышлығында республиканың төрлө район һәм ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк.
Әле кадрҙар үҙәге - модулле конструкциялар Сибайҙа, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында төҙөлә. Тиҙҙән Бишбүләк, Бүздәк, Мишкә, Туймазы райондарында ла буласаҡ. Киләсәктә эш эҙләүселәрҙе Иглин, Баҡалы, Ауырғазы, Благовар райондарындағы яңы мәшғүллек үҙәктәрендә ҡабул итәсәктәр.
Ҡыҫҡаһы, Башҡортостанда бындай учреждениеларҙы модернизациялау эше әүҙем бара. Республикабыҙ ошо эште атҡарыу буйынса пилот төбәк рәүешендә Рәсәйҙең 12 субъекты исемлегенә ингән. Бюджеттан барлығы 680 млн һум аҡса йүнәлтелә.
Фото: Министерство семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан.