Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2024, 08:52

Энәлек ҡан тамырҙарын нығыта

  Баштың ҡан тамырҙарының тарайыуының тәүге билдәләрен  энәлек сәскәләре һәм ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге емештәре менән яҡшы дауалана. Бының өсөн киптерелегән емешен һәм сәскәләрен сәй менән бергә сәйнүктә бешерергә мөмкин.   

Энәлек ҡан тамырҙарын нығытаЭнәлек ҡан тамырҙарын нығыта
Энәлек ҡан тамырҙарын нығыта

Шулай уҡ  бер стакан һыуға ике ҡалаҡ сәскәһе һәм емешенең ҡатнашмаһынан  төнәтмә әҙерләргә була. Төнәтмәне ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә.

Энәлек ҡан тамырҙарын һәйбәт нығыта.  Бының өсөн дарыухананан уның спиртлы төнәтмәһен алырға була йәки  өйҙә үҙегеҙгә әҙерләргә мөмкин. Уны әҙерләү өсөн  энәлектең яңы өҙөлгән сәскәләренә йәки емешенә араҡы ҡойоп төнәтергә кәрәк.  Әҙер булғас, сәйгә йәки бер стакан һыуға 10 тамсы ҡушып эсергә.

Был төнәтмәләр бик көслө, шунлыҡтан  нисбәтен арттырырға ярамай.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас